Стәрлетамаҡтағы коррекция мәктәп-интернатында 20-се тапҡыр ымлап йырлау конкурсы уҙғарылды

Сәнғәткә ғашиҡ йөрәк. Стәрлетамаҡтағы коррекция мәктәп-интернатында 20-се тапҡыр ымлап йырлау конкурсы уҙғарылды.

Быға тиклем бәйге белем усағы, ҡала кимәлендә генә ойошторолоп килһә, быйыл саораға тотош республиканан ҡатнашыусылар саҡырылды. Ишетеү һәләте насар булған утыҙҙан ашыу уҡыусы ҡул хәрәкәттәре ярҙамында патриотик йырҙар башҡарҙы. Тамашасыларға ым телендә әҫәрҙең кәйефен, һәр һүҙҙең мәғәнәһен еткерергә тырышты. Конкурста Луганск халыҡ республикаһы йәш таланттары ла ситтән тороп ҡатнашты.