Илдә авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгәндәр артҡан

2017 йылдан алып 2022 йылға тиклем 40 меңдән ашыу кеше яңы йорт йәки фатирлы булған. Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин ошо турала хәбәр итте. Быйыл милли проектҡа ярашлы, 464 меңдән ашыу кеше торлаҡ шарттарын яҡшырта алған. Йәшәргә яраҡһыҙ тип табылған 8 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ бушатылған. Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса күрһәткестәр 1 ярым тапҡырға яҡшыраҡ.  Әле 4 хакимиәттә торлаҡ йорттар төҙөлә.