Генераль прокурор Игорь Краснов президент менән осрашыу барышында ошо турала белдерҙе. Һүҙ шул иҫәптән сәләмәтлек торошо буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар хаҡында ла бара. Генераль прокурор әйтеүенсә, мобилизация күптән үткәрелмәгәс етешһеҙлектәр булған. Хәҙер хәрби иҫәпте ойоштороу алымдары ҡарала, хәрбиҙәр тураһында мәғлүмәт яңыртыла.