Башҡортостанда дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ механизмдары ҡулланыла

Республикала әле ошондай ысул менән 60-ҡа яҡын проект ғәмәлгә ашырыла. Уларҙың дөйөм хаҡы 88 миллиард һумдан ашыу. - Был яҡшы һөҙөмтә, - тип белдерҙе премьер-министр Андрей Назаров. Ҙур концессия килешеүҙәре нигеҙендә Өфөлә студенттар кампусы төҙөлә, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекамала алты мәктәп төҙөлөшө проекты бар, Сибайҙа 3 миллиард ярым һумға йыл әйләнәһе эшләүсе балалар лагеры булдырыла.