Башҡортостан хөкүмәтендә айырыуса һаҡланған биләмәләрҙе үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды

Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, туристар әүҙем ял өсөн Башҡортостанды һайлай. Тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу өсөн һаҡланған биләмәләр булдырыла. Әле уларҙың майҙаны миллион гектарға етә. Тәбиғәт парктарына килеүселәр һаны уҙған йылда бер ярым тапҡырға артҡан. Андрей Назаров глэмпинтар булдырыуға айырыуса иғтибар итергә ҡушты. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан милли туристик рейтингта  11-се урын алған. Быйыл алдынғы 5 төбәк рәтенә инеү бурысы ҡуйылған.