Башҡортостанда төҙөлөш өлкәһендә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта системалы эш алып барыла

Республика хөкүмәтендә тармаҡтар үҫеше стратегияһы ҡаралды. Уға ярашлы, үҙебеҙҙең технологиялар нигеҙендә заманса алымдар ҡулланыуҙы  киңәйтеү маҡсаты  ҡуйыла. 2030 йылға тиклем биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса 8 проект ғәмәлгә ашырыласаҡ. Башҡортостан  торлаҡ төҙөлөшө  буйынса  алдынғы  төбәктәрҙең береһе. Уҙған йылда 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлдө.