«Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы» лизинг финанслау буйынса тәүге килешеүҙе уңышлы башҡарҙы

Етештереү ҡеүәтен арттырып. «Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы» Рәсәй сәнәғәтте үҫтереү фонды менән берлектә лизинг финанслау буйынса тәүге килешеүҙе уңышлы тормошҡа ашырҙы. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» Милли проекты сиктәрендә «Станкомонтаж» компанияһына яңы ҡорамал һатып алыуға түбән процентҡа займ бирелгән. Льготалы лизинг ярҙамында предприятие республиканың авиация сәнәғәте кластерына махсус продукция етештереү буйынса проект тормошҡа ашыра башлай. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Бер токарь станогын йыйыуға кәмендә биш көн талап ителә. Һәр деталь, корпус өлөштәре дөрөҫ ҡуйылырға тейеш. Һынауҙарҙы уңышлы үткәндән һуң, был ҡоролма юғары теүәллек һәм етештереүсәнлек менән металл эшкәртеүҙә ҡулланыласаҡ. Өфөләге «Станкомонтаж» компанияһында станоктарҙан тыш, уларҙың запас частары, комплекттары ла етештерелә. Продукция күләмен арттырыу маҡсатында лизинг ярҙамында яңы ҡорамалдар һатыу алыу ҙа күҙаллана.

Предприятиела яңы проект тормошҡа ашыра башлау производство ҡеүәттәрен арттырып, яңы эш урындары булдырыуға ла булышлыҡ итәсәк. Һөҙөмтәлә йыллыҡ килем дә егерме процентҡа артыр тип көтөлә.

Әлегә предприятиены яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә килешеүҙәр төҙөлгән. Уларҙың дөйөм хаҡы яҡынса 23 миллион һум тәшкил иткән. Күләмле проект льготалы лизинг ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Рәсәй сәнәғәтте үҫтереү фонды һәм Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы менән берлектә алып барылған тәүге килешеү. «Станкомонтаж» предприятиеһы сумманың биш процентын ғына үҙ аҡсаһына ҡапланы, ҡалған түләүҙәр өсөн түбән процентҡа федераль һәм республика кимәлендә аҡса йәлеп ителде.

Азат Хәйруллин, Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы генераль директоры

Төбәк лизинг компанияһы 2017 йылдан алып эшләй. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән берлектә яңы продукттар линейкаһы булдырылған. Хәҙер предприятиеларға ҡорамалдар һатып алыуға ғына түгел, туристик автобустар һәм башҡа махсус техника менән тәьминәткә лә льготалы шарттар ҡаралған. Рәсәй сәнәғәтте үҫтереү фондына килгәндә, ул яңы сәнәғәт проекттарын тормошҡа ашырыуға 1 һәм 3 процент ставка менән биш миллиондан биш миллиард һумға тиклем маҡсатлы займдар тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә иҡтисадтың реаль секторына тура инвестициялар ағымы ла арта.

Гөлназ Хәйбуллина