Дауаханаға барып ҡайтыу өсөн бушлай транспорт

Республикала 65 йәше тулған 8 меңдән ашыу кеше «Демография» милли проекты сиктәрендә ошондай социаль хеҙмәт менән файҙаланған. Бөрө районында программа үтәлешен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Бөрө районы Иҫке Бурны ауылында йәшәүсе Нина Попкова 74 йәштә. Аяҡтары насар йөрөүенә, быуындары һыҙлауына, ҡан баҫымы юғары булыуына зарлана. Дауаханаға барыу өсөн уңайлы, йылы автобусҡа уны махсус коляскаға ултыртып килтерҙеләр. Диспансер тикшереүгә саҡырылған өлкән йәштәге пациент махсус ҡоролма ярҙамында бер-нисә минут эсендә автобусҡа индерелде.

«Демография» милли проектының «Өлкән быуын» федераль проекты ауыл ерендә көн иткән оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнә. Йәшәү кимәле сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән прграммаға ярашлы махсус транспорт аҙнаға бер тапҡыр алдан төҙөлгән график буйынса ауылдарға юллана. Был юлы Иҫке Бурны ауылында йәшәүсе мөмкинлектәре сикләнгән һәм йәше алтмыш биштән өҫтә булған өлкәндәрҙе өй беренсә йыйып, район дауаханаһына диспансер тикшереү үтергә алып барыу маҡсаты ҡуйылды.

Республикаға 8 урынға иҫәпләнгән 18 микроавтобус ҡайтарылды. Махсус транспортта өлкән йәштәгеләрҙе дауаханаларға йөрөтөр өсөн бөтә шарттар булдырыған. Инвалид коляскаһын мендереү өсөн электр ҡулайламаһы, водитель менән аралашыу өсөн махсус кнопка бар. Бынан тыш, өлкән йәштәге пациенттарҙы социаль хеҙмәткәр һәм фельдшер оҙатып бара.

Бөрө район дауаханаһында Иҫке Бурны ауылы оло быуын вәкилдәрен йылы ҡаршыланылар. Нина Александровнаны ҡабул итеүсе медицина хеҙмәткәре һаулығы хаҡында ентекле һорашып, анкета яуаптарын тултырҙы. Оҙаҡ йылдар маршрут автобустарында, йә булмаһа таныштары ярҙамында дауаханаға табипҡа күренергә йөрөргә мәжбүр булған, Нина Александровна уңайлы социаль хеҙмәт менән ҡулланна алыуына сикһеҙ шат.

Был поликлиникала диспансер тикшереү үткән пациенттың ауырлығы, буйы, ҡан баҫымы үлсәнелә. Электр кардиограммаһы эсендә иһә күҙ алмаһы торошо тикшерелә, анализ тапшырыла . Нина Попкованы артабан невролог ҡабул итте. Тәжрибәле фельдшер Рәзинә Шәрипова дауаланыу өсөн рецепт яҙҙы, кәңәштәрен бирҙе.

Былтыр Бөрө зонаһына ҡараған 89 ауылдан оло йәштәге биш йөҙҙән ашыу кеше мобиль бригада ярҙамы менән файҙаланып, һаулығын яҡшыртҡан. Мобиль бригада Бөрө, Мишкә, Асҡын һәм Ҡариҙел районы биләмәләрендә йәшәүсе өлкән быуын вәкилдәрен хеҙмәтләндерә. Диспансер тикшереү үтеүселәр исемлеге ауыл фельдшерҙары тарафынан алдан раҫлана. Ентекле медицина тикшеренеүҙәрен үткәреү билдәһеҙ үткән сирҙәрҙе асыҡлап, ғүмер оҙайтырға булышлыҡ итә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрә.

Гүзәл Борханова