Башҡортостандың атҡаҙаған артисы Олеся Хөснөтдинова мутлашыусыларҙы ҡулға алырға ярҙам иткән

Сәнғәт криминалға ҡаршы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Олеся Хөснөтдинова телефон аша мутлашыусыларҙы ҡулға алырға ярҙам иткән. Быға артистың яҡындары алданыуы сәбәпсе була. Аферистарҙы язалау өсөн ул план ҡора. Һөҙөмтәлә, актерлыҡ һәләте менән мутлашыусыларҙы өс тапҡыр тоҙаҡҡа эләктәрә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бындай ҡурҡыныс хәбәр менән мутлашыусылар Олеся Хөснөтдинованың әсәһенә шылтырата. Инфаркт хәлендә ҡала яҙған оло йәштәге ханым булған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Уҫал ниәтле кешеләр, һуңынан ҡулға алына, әлбиттә. Аферистар сираттағы «телефон ҡорбан»ын эҙләп Башҡортостандың атҡаҙаған артисына шылтыратҡанында тотола.

Мутлашыусыларҙы Олеся Хөснөтдинова үҙе йәлеп итә кеүек. Артисҡа тағы ла ике тапҡыр полицияға ярҙам итергә тура килә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисының актерлыҡ һәләте ҙур роль уйнай. Борсолоулы оло йәштәге ханым роленә инеү уға бер ни тормай. Телефон аферистарын ҡулға алыу өсөн уға грим һалып, кейемен алмаштырырға тура килә. Беҙҙең ижади төркөмгә лә ул үҙенең оҫталығы менән уртаҡлашты.

Әүҙем гражданлыҡ ҡарашын күрһәткәне һәм ярҙам иткәне өсөн Олеся Хөснөтдинова Эске эштәр министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Артист әйтеүенсә, мутлашыусылар ғәҙәттә оло йәштәгеләрҙе алдай.

Туғанығыҙ Юл-транспорт фажиғәһенә эләккән схемаһы буйынса йыл башынан республикала ике тиҫтәләп шылтыратыу теркәлгән. Башлыса мутлашыусылар тоҙағына оло йәштәгеләр эләгә. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан бындай төр ҡырын эш менән булышыусылар ҡулға алынған да инде. Халыҡ менән аңлатыу эштәре лә алып барабыҙ.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Олеся Хөснөтдинова мутлашыусыларҙы тотоу буйынса операцияла ҡатнашырға уйлағаны ла булмаған. Артист өсөн сәхнә мөһим. Шулай ҙа ғәҙеллек талап иткәндә тормошта ла уйнарға тура килә.

Азат Ғәлиуллин