"Магнит" сауҙа селтәре менән был проектта ҡатнашыусыларҙың продукцияһы өсөн махсус кәштәләр булдырыу тураһында килешелде. Сәй, бал, икмәк һатыуға сығарыла. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, бындай алым урындағы продукцияны танытыуҙа яңы этап. "Башҡортостан тауары" өсөн кәштәләр республикала "Магнит" селтәренең 186 магазинында урынлаштырылған. Бөгөн был проектта 678 тауар етештереүсе ҡатнаша. 25 меңдән ашыу продукция "Башҡортостан тауары" тип тамғалана.