Сталинград һуғышында еңеүгә 80 йыл тулды

1943 йылдың 2 февралендә Совет армияһы Сталинград янында фашист ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Ҡаланы азат итеүҙең 80 йыллығына арналған саралар Мамай ҡурғанында үтә. 200 көнлөк оборонала тап ошо бейеклек өсөн һуғыш 135 көн бара. Бында батырҙарса һәләк булған 30 мең яугир ерләнгән. Алыш Бөйөк Ватан һәм Икенсе донъя һуғышының һынылышлы мәле була, артабан Германия ғәскәрҙәре сигенә башлай. Ҡаланы азат итеүгә  Башҡортостан яугирҙәре лә тос өлөш индерә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы тап Сталинградтан башлана.