8 февралдә республика конкурсының ҡала этабына һайлап алыу туры үтә. Проектта теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Беренсе этапта видеороликтар буйынса иң яҡшыларын һайлап алалар. Артабан улар республика кимәленә үтә. Башҡорт телен, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм киләсәк быуынға еткереү маҡсатын ҡуйған проектта туған телде яҡшы белгән, республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡатнаша ала. Еңеүселәр 3 номинация буйынса асыҡлана.