Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән кәңәшмәлә юбилей проекттарын ғәмәлгә ашырыу, ҡалала ҙур социаль һәм инфраструктура проекттары төҙөлөшө ҡаралды. - Ваҡыт тиҙ үтә, юбилейға тиклем аҙ ҡалды. Әҙерлек эштәре яҡшы бара. Әммә ҡайһы бер объекттар төҙөлөшө иғтибар кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
Өфөлә юбилей алдынан Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге төҙөлә, Ҡурсаҡ театры реконструкциялана, ҡалаға инеү урынында ҙур эштәр алып барыла, көнсығыш юл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, урамдарға ремонт эшләнә. Өфөнөң 450 йыллығы киләһе йылда билдәләнә.