Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын-ҡотҡарыу вертолеты пилоттары уҙған төндә һауа судноһын һауаға күтәреү һәм ергә ултыртыу буйынса күнекмәләр уҙғарҙы. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ведомство етәксеһе Фәрит Ғүмәров хәбәр иткән.
Уның белдереүенсә, ҡай саҡта бәләгә тарыған граждандарға ярҙам итеү өсөн рейсҡа сығырға йәки төнөн ялан шарттарында ергә төшөргә һауа шарттары ҡамасаулай. Ошоно иҫәпкә алып ведомствоға төндә эшләү өсөн махсус яҡтыртыу ҡорамалы алынған. Уның уттары ергә төшкән вертолеттың ултырыу зонаһы периметрын билдәләй һәм пилоттарға вертодром йә иһә ергә ултырыу урынын табырға ярҙам итә. Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, һынау уңышлы үткән. Геликоптер экипажы төнгө маневрҙар яһау өсөн оҫталыҡ туплаған. Бынан ары пилоттар төндә генә түгел, насар һауа шартатында ла вертолеттар өсөн ҡулай урындарҙа ергә төшә аласаҡ.