Банктар СВО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә 63,6 миллиард һумға кредит каникулы биргән

Былтыр сентябрҙән 31 декабргә тиклем Рәсәй банктары махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә 63,6 миллиард һумға кредит каникулы биргән.

Бынан тыш, октябрь-декабрь айҙарында хужалары мобилизация буйынса саҡырылған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттарына 395 миллион ярым һумлыҡ кредит каникулы тәҡдим ителгән.

Рәсәй банкы былтыр хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренән кредит каникулы биреүҙән һәм бурыстарын юйыуҙан баш тартыуға бәйле меңдән ашыу ялыу ҡабул иткән. Был ялыуҙарҙың 10 проценты хаҡлы тип танылған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса кредиторҙар менән осрашыуҙар уҙғарылған, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса кәңәш-тәҡдимдәр индерелгән.