Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубына сираттағы ситтәге уйындар шәлкеменең Түбәнге Новгородта уҙған тәүге матчы уңыш килтермәне. Осрашыу урындағы «Торпедо» файҙаһына 5:1 иҫәбе менән тамамланды. Хужалар командаһынан голдарҙы уйындың 3-сө һәм 4-се минуттарында Данил Веряев меннә Артем Михеев, 20-се, 21-се һәм 22-се минуттарҙа Кирилл Воронин, Богдан Конюшков һәм Сергей Гончарук индергән.
Яҡташтарыбыҙға килгәндә, улар иҫәпте матчтың 27-се минутында ғына аса алды.Ҡаршы ҡапҡаға был уйындағы берҙән-бер шайбаны Егор Сучков индерҙе. Иртәгә юлаевсылар Мәскәүҙә урындағы ЦСКА командаһы менән алыша.