Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында Урал аръяғының күсмә кубогына спорт ярыштары үтте

Сәләмәт тормошто хуплап. Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында Урал аръяғының күсмә кубогына спорт ярыштары үтте. Унда Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан йәштәр һәм ветерандар командалары ҡатнашты. Ишмырҙа ауылы йәштәре кубогына һәм мәғариф ветераны Заһит Йәйләев исеменә ойошторолған турнирҙы БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Баймаҡтан - Әбделкәрим, Ишмырҙа ,Йылайырҙан-Матрай, Юлдыбай ауылдары араһындағы спорт ярыштары 10 йыл дауамында ойошторола. Матур традицияға индерелгән был осрашыуҙар теге йәки был ауылда сиратлап үткәрелә. Волейбол, өҫтәл теннисы, шашка уйыны һәм пневматик ҡоралдан атыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашыусылырҙың иң йәшенә 14, ә иң олоһона 68 йәш.

Үҙ-ара дуҫлыҡҡа,ауылдар араһында бәйләнеште нығытыуға, спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә арналған сара бик күңелле барҙы. Шуныһы маҡтауға лайыҡ, ярыштан ауыл биләмәләре башлыҡтары ла ситтә ҡалманы. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Юлдыбай ауылы биләмәһе башлығы йәштәр командаһында бер‐нисә йыл рәттән уйнауын белдерҙе.

Ярыштың бағыусылары булып урындағы эшҡыуарҙар, Рәсүлев крәҫтиән фермер хужалығы торҙо. Шулай уҡ командалағы ир‐егеттәр үҙҙәре лә күпмелер кимәлдә аҡса йыйҙы. Һөҙөмтә буйынса Ишмырҙа ауылы командалары беренсе, Юлдыбайҙар икенсе һәм өсөнсө урынды Матрай ауылы командалары яуланы.

Раушания Рәхимова