Илеш районында капиталь ремонттан һуң Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе асылды

Объекттағы төҙөкләндереү эштәре былтыр сентябрҙә башланып, дүрт ай дауам иткән. «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә мәғариф учреждениеһында барлыҡ инженер коммуникациялар яңыртылған, эске биҙәү эштәре башҡарылған, заманса тренажерҙар, мебель һатып алынған. Гимнастика, көрәш менән шөғөлләнеү, шахмат-шашка уйнау өсөн иркен яҡты зал-кабинеттар барлыҡҡа килгән. Йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыуға барлыҡ шарттар булдырылған. Бөгөн бында дүрт йөҙгә яҡын бала шөғөлләнә.

Үрге Йәркәй ауылындағы спорт мәктәбенә 1973 йылда нигеҙ һалынған. Мәғариф учреждениеһы етәкселеге билдәләүенсә, капиталь ремонтҡа ихтыяж юғары булған. Төҙөкләндереүгә 19 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

Капиталь ремонттан һуң балаларҙың күҙҙәре яна башланы. Заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған спорт залында шөғөлләнеү барыһы өсөн дә уңайлы. Ата-әсәләр ҙә шат. Башҡортостандың спорт министрлығына проектты хуплап, төҙөкләндереүгә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Айҙар Фәрхетдинов, Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе директоры