Сталинград яуы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы иң мөһим еңеүҙәрҙең береһе. Башҡортостан халҡы ла был еңеүгә ҙур өлөшөн индергән. Волга буйындағы алышта Башҡортостандан 75 меңдән ашыу хәрби, шул иҫәптән 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы ҡатнашҡан. Яугирҙар иҫтәлегенә бөгөн «Рәсәй - Минең тарихым» Өфө тарихи паркында мультимедия күргәҙмәһе асылды.
Мәктәп уҡыусылары командаларға бүленеп, Сталинград алышы тураһындағы һорауҙарға яуап бирә. Интеллектуаль уйындың тәүге турында Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес яуы тураһында булһа, икенсе өлөшө шул осор мәҙәниәтенә ҡайтып ҡала. Сталинград алышына бағышланған кинофильм һәм йырҙарҙы таныу ауырыраҡ, ти уҡыусылар
Һорауға дөрөҫ яуап биреү өсөн бер минут ваҡыт бирелә. Уҡыусыларҙың белемен тикшереү маҡсатында уйында интернет менән ҡулланыу тыйылды.
Сталинград алышына 80 йыл тулыу айҡанлы «Рәсәй - Минең тарихым» Өфө тарихи паркында мультимедия күргәҙмәһе асылды. Бөтә Рәсәй проекты совет халҡының ҡыйыулығын һәм героизмын кәүҙәләндергән Сталинград ҡалаһы иҫтәлегенә бағышланған. Сталинград яуы - Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алышы, уның әһәмиәте, еңеүгә индергән өлөшө йылдар үткәс тә, баһалап бөткөһөҙ. Юбилей дата айҡанлы күргәҙмәлә алыштың хронологияһын, еңеүҙәр һәм юғалтыуҙарын күрергә мөмкин.
Сталинград өсөн һуғыш 200 көн дауам итә. Алышта ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙарына күргәҙмәнең бер өлөшө бағышланған.
«Сталинград, еңеү тарихы» тип аталған күргәҙмә уникаль тарихи материалдар менән тулыландырылған. Мультимедия экспозицияһы менән уҡыусылар һәм студенттар бушлай таныша ала. Күргәҙмә 23сө февралгә тиклем эшләй, ошо осорҙа һәр теләүсе проект эше менән таныша ала.
Лилиә Мәҡсүтова