2022 йылда даими рәүештә спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны 500 меңдән артҡан. Уҙған йылда 1 мең 685 спорт сараһы уҙғарылған. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы объекттар төҙөлөшө спортҡа тағы ла күберәк кешене йәлеп итәсәк. Ил президенты Указына ярашлы, 2030 йылға сәләмәт тормош алып барыусылар һаны 70 процентҡа етергә тейеш.