Уҙған йылда 400 мең тонна һатылған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, экспорт күләме 291 миллион доллар булған. Уның ҙур өлөшө майлы культураларға тура килә. Башҡортостанда үҫтерелгән һәм етештерелгәнде Иран, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Үзбәкстан, Беларусь һатып алған. Әле Башҡортостан 113 ил менән сауҙа итә. Тауар әйләнешенең 80 проценты экспортҡа тура килә.