Башҡортостан эшҡыуарҙарын “Рәсәйҙә эшләнгән” тип аталған программала ҡатнашырға саҡыралар

Уларға илдең экспорт үҙәге мәғлүмәти һәм маркетинг ярҙамы күрһәтә. Программа үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең намыҫлы булыуын, уларҙың сифатлы тауар сығарыуын раҫлауға йүнәлтелгән. “Рәсәйҙә эшләнгән” тигән ирекле сертификат алған компаниялар продукцияһын милли онлайн-магазиндарҙа һата ала. Ауыл хужалығы тауарҙарын сит илдә шоу-румға сығарыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ реклама арттырыла.