Февралдә ҡыҫҡа эш аҙнаһы һәм рәттән дүрт көн ял була

Был Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләүгә бәйле. Ғинуар байрамдарының береһе 24 февралгә күсерелде. Шулай итеп, ай аҙағында биш көнлөк аҙна буйынса эшләгән ил халҡы 23 февралдән 26-һына тиклем ял итә. 22 февралдә хеҙмәт көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. 23 февраль отпуск көнө булып һаналмай, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.