Республика кимәлендә үткән инвестиция кәңәшәһендә белдереүенсә, Иглин районында 1 мең 200 һыйырға иҫәпләнгән малсылыҡ фермаһы булдырыла. Бының өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола.
Стәрлебаш районында ҡошсолоҡ фабрикаһы яңыртыла. Ҡош итен етештереүҙе арттырыу маҡсаты ҡуйыла Тағы бер инвестиция проектына ярашлы, Көйөргәҙе районында шифахана төҙөлә. Бының өсөн миллиард ярым һум тотонола. Кәңәшмәлә ҡаралған йәнә проект буйынса Өфө ҡалаһында мәктәп һәм офистар өсөн мебель етештерелә башлай.