Башҡортостандың ҡошсолоҡ һәм үҫемлекселек тармағына дөйөм инвециялар күләме 500 миллион һумға етә

«Черкизов» төркөмө һатып алған «Русское зерно» активтары бындай мөмкинлекте күҙаллай. Уның составына «Башҡортостан игене» , «Өфө икмәк ризыҡтары комбинаты», «Турбаслы бройлеры» предприятиелары инә. Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар тураһында Республика башлығы Радий Хәбиров «Черкизов» компаниялар төркөмө генераль директоры Сергей Михайлов менән осрашыу барышында фекер алышынды.