Баймаҡ ҡалаһының дүртенсе лицей уҡыусыларының ижадынан тупланған йыйынтыҡ донъя күрҙе

Йылғалар инештән баш ала. Ошо исем аҫтында Баймаҡ ҡалаһының дүртенсе лицей уҡыусыларының ижадынан тупланған йыйынтыҡ донъя күрҙе. Китаптың исем туйында БЮТ ижади төркөмө ҡатнашты.

Мәктәптә уҡыған осорҙа шиғыр йә иһә хикәйә яҙып ҡарамаған уҡыусы юҡтыр. Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә тел уҡытыусылары күп көс һала. «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәге етәксеһе Ләйлә Мырҙағәлина‐Иҫәнбаева лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Үҙендә шөғөлләнгән балаларҙың төрлө темаларға яҙған шиғыр, ҡобайырҙарын, әкиәт, хикәйәләрен бер йыйынтыҡҡа туплап баҫтырып сығарыу күптәнге хыялы була, һәм ул тормошҡа аша.

Йыйынтыҡта үҙ ижад өлгөләре баҫылып сыҡҡан уҡыусыларҙың күптәре яҙыусы ла булып китмәҫ. Әммә яҙмаларын бер китапҡа туплаған уҡытыусы улар күңелендә үҙ урынын аласаҡ. Ә баҫма мәктәп йылдарының матур бер хәтирәһе булып һаҡланасаҡ.

Бар йылғаларҙа башты инештән алған кеүек, был китап балаларға артабан да үрләргә, тағы ла илһамланып ижад итергә этәргес булыр.

Раушания Рәхимова