Башҡортостан күсемһеҙ милекте теркәү күләме буйынса илдә икенсе урынға сыҡты

Был турала Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец ведомствоның коллегия ултырышында белдерҙе.

Йәмғеһе былтыр 1 миллион 800 мең теркәү эше башҡарылған. 2021 йыл менән сағыштырғанда 11 процентҡа күберәк. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, был күрһәткестәр буйынса республика иң әүҙем төбәктәр исемлегенә инә һәм халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге юғары булыуы тураһында һөйләй. Күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты буйынса ла Башҡортостан алдынғылар рәтендә. Электрон ғаризалар тапшырыу 69 процентҡа артҡан. Республикала « Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы» программаһының индерелеүе лә һанлы форматҡа күсеү эшен йәнләндергән.

Программаға ярашлы 2024 йылдың аҙағына тиклем халыҡтың электрон мөмкинлектәр менән файһаланыу кимәле 95 процентҡа етергә тейеш. Теркәү ваҡыты бер көнгә тиклем ҡыҫҡара. Муниципаль берәмектәр һәм төбәк властары был платформа аша күсемһеҙ милек реестрына инеп ҡарарҙар ҡабул итә аласаҡ. Бынан тыш Росреестрҙың һанлы сервистары менән дә ҡуллана ала. Әле улар беҙҙә ике тиҫтәнән ашыу.

Петр Клец, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе