Конкурсҡа ғаризалар февраль башынан ҡабул ителә башланы. Гражданлыҡ йәмғиәтен булдырыуға йүнәлтелгән социаль проекттар менән коммерция нигеҙендә эшләмәгән республикалағы һәр ойошма ҡатнаша ала. Проекттар менән Башҡортостандың йәмәғәт палатаһындағы Ресурс үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Мәғлүмәт-консультация ярҙамы бушлай ойошторолған. Шунлыҡтан Президент грантын алыуға мөмкинлектәр ҙә арта.