Башҡортостанда 2030 йылға 50 индустриаль ферма барлыҡҡа килергә тейеш, мега комплекстар 9 миллион тонна һөт бирәсәк. Был турала бөгөн һөтсөлөк тармағын үҫтереүгә арналған семинарҙа белдерелде. Кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре, муниципаль берәмектәр башлыҡтары ҡатнашты. Сара Йәрмәкәй районының Семен-Макар ауылы эргәһендәге малсылыҡ комплексы базаһында үтте. Заманса индустриаль ферма үткән йылдың декабрендә асылғайны. Малсылыҡ тармағындағы уңыштар һәм маҡсаттар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Фермаға инеү менән карусель әйләнә, әйләнә, карусель ҡоролған хәйләгә тигән шиғыр юлдары иҫкә төшә. Тик бында уйынсыҡтар урынында ысын һыйырҙар, ә аттракцион мега ферманың үҙәге. Был ҡулса эсендә бер юлы 70 һыйыр һауыла, ә фермала малдарҙың һаны 2 мең 800. Йәғни карусель бер һауында 40, көнөнә 120 тапҡыр әйләнеп сыға.
«Төнъяҡ Нива Башҡортостан» һөт комплексында тәүлегенә 90 тоннаға тиклем һөт һауыла, йәй күрһәткес 100 тонаға етә. Был һәр һыйыр уртаса 40 килограмға яҡын һөт бирә тигән һүҙ. Хужалыҡта голштин тоҡомло мал үрсетелә.
Тәү ҡарамаҡҡа һыйырҙар әйләнеп торған ҡулсаға ял итергә ингән һымаҡ. Ысынбарлыҡта иһә әле һауын бара. Бөтә процес 9 минут дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә ҡулсаға бер остан ингән һыйыр һауылып икенсе яҡтан сығып та китә.
Йәрмәкәй районының «Төнъяҡ Нива Башҡортостан» индустриаль фермаһы «Эко Нива» компанияһы составына инә, ул Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле агрохолднигтарҙың береһе. Инвестор малсылыҡ комплексын төҙөүгә 3 миллиард 200 миллион һум аҡса һалған. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан малсылыҡ үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Рәсәйҙәге һәр 20-се литр һөт Республикала етештерелгән. Әле хужалыҡтарҙа 850 мең һыйыр малы иҫәпләнә, был ил буйынса өсөнсө урын. Һуңғы 5 йыл эсендә төбәктә 18 ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырылған. Быйыл Башҡортостанда һөтсөлөк тармағын һәм тоҡомсолоҡты үҫтереүгә 1 миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙҙалана.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта һөт заводтарының ҡеүәте 60 процентҡа ғына файҙаланыла. Шуға күрә мегафермалар иҫәбен арттырыу ихтыяжы бар. Шулай уҡ файҙаланылмай, буш ятҡан ерҙәр ҙә байтаҡ, уларҙы ла теркәү, һөҙөмтәле ҡулланыу мөһим. Заманса индустриаль фермалар иһә яңы, уңайлы эш урындары, бюджетҡа һалым тигән һүҙ. был үҙ сиратында йәштәрҙең ауылдарҙа ҡалыуына ла булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, Йәрмәкйҙәге малсылыҡ комплексында 300-гә яҡын кешегә эш урыны асылған, уртаса хеҙмәт хаҡы 54 мең һум.
Заманса мега ферма муниципаль берәмек башлыҡтарында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Семинар кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, ошондай индустриаль комплекстар киләсәктә һәр төбәктә ҡалҡып сығырға тейеш. Миҫал өсөн, Йәрмәкй районының фермаһы өс йыл эсендә ҡола яланда төҙөлгөн, бөгөн хужалыҡтың 20 мең гектар ере, заманса комлексы бар. Ә Республика йүнселдәргә булышлыҡ итергә әҙер. Мәҫәлән, документ-проект эштәренә сығымдарҙың 90 проценты дәүләт тарафынан субсидиялана. Бындай ярҙам илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ.
Рәмзиә Кәримова