Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса йыйылған ярҙам менән берлектә юлһыҙ урындарған да үтергә һәләтле ҡеүәтле машиналар алып барылды. Уртаҡ көс менән йыйылған ярҙам өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған һалдаттарға һәм үҙ ирке менән тупланған батальон хәрбиҙәренә тапшырылды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Сираттағы гуманитар ылау Башҡортостандан Донбассҡа барып еткәндә ҡараңғы төшкәйне. Өфөнән 2000 саҡрым юлды үтеү өсөн конвой туҡтауһыҙ бара. Машиналарға төйәлгән йөк араһында һалдаттарға посылка, мотобысҡы, көндәлек кәрәк-яраҡтары. Әммә төп йөк - хәрбиҙәр өсөн ҡеүәтле транспорт. Һалдаттарҙың һорауы буйынса алғы һыҙыҡҡы Нива, Уаз, Патриот - барлығы 20 машина алып барылды.
Тиҫтәләгән тонналы йөк машиналарында хәрби бәрелештәр урынына барып етеү мөмкин түгел, шуға ла һалдаттар транспортты килеп алды.
Ә инде таңда гуманитар ярҙам менән колонна махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар яғына юлланды. Хәүефһеҙлек маҡсаттарында гуманитар ылау бер нисә өлөшкә бүленде. Республика муниципаль берәмектәренең башлыҡтары ир-егеттәр өсөн тупланған йөктө оҙатып барҙы.
Сватов, Мелитополь, Донецк, Луганск, Рубежное, Новоайдар - Башҡортостандан килтерелгән гуманитар ылау Донбасс биләмәләре буйлап таралды. Туҡталыштарҙың береһендә күҙ йәштәрен тыйып булмаҫлыҡ ваҡиға төркәлде , хәрби бурысын башҡарған һалдат атаһы менән күреште.
Гуманитар ылауҙы көтөп алған һалдаттар әйберҙәрҙе үҙҙәре ташып, яҡташтарына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡатмарлы осорҙа республика ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.
Тыуған яҡтан килгән сәләм хаттары, өйҙән алынған ҡош телендә генә хәбәр ҙә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн рухи көс бирә ти яугирҙар. Башҡортостан ҡулына ҡорал тотоп ватан һағына баҫҡан улдарын даими хәстәрләй. Һуңғы бер ай эсендә генә республиканан алғы һыҙыҡҡа икенсе гуманитар ылау барып етте.
Флорида Ким