Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда хәрби әҙерлек үҙәген ойоштороу тураһында күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Ул Өфө фән һәм технологиялар университеты нигеҙендә асыла. Үҙәк элекке Өфө дәүләт авиация техник университетының хәрби кафедраһының эшен дауам итә, әммә хәҙер унда яңы юғары уҡыу йортоноң барлыҡ студенттары ла белем аласаҡ. Өфө фән һәм технологиялар университетында йәштәргә ғилми эшмәкәрлек алып барыу өсөн заманса шарттар булдырыла. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҡындан танышты.
«Сәләмәт оҙон ғүмерлелек» стратегик проекты сиктәрендә Өфө фән һәм технологиялар университетында популяция һәм медицина генетикаһы лабораторияһы асылған. Йәш ғалимдар Төньяҡ Евразия популяцияларының генетик структураһын өйрәнеп, онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса уңышлы тикшеренеүҙәр алып бара.
Юғары уҡыу йорто ғалимдары алдынғы Рәсәй компанияһы менән берлектә нефть скважиналарының һанлы технологиялары һәм диагностика проектын да тормошҡа ашыра. Ошо маҡсатта федераль финанслау алынған. Яңы аппарат-программа комплексын тиҙҙән сәнәғәттә ҡуллана башлау планлаштырылған.
«Нанотех» ғилми һәм технологик ҡорамалдар менән коллектив ҡулланыу үҙәге лә яңы асыштарға илтә. Бында һигеҙ лаборатория һәм һынау бүлеге эшләй. Йәш ғалим Руслан Нафиҡов студент йылдарынан алып төрлө иретмәләрҙең үҙенсәлектәрен өйрәнә. Тикшеренеү эштәре алып барыу өсөн вуз стеналарында барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.
Университеттың авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультетында Боинг-737 авиатренажеры ҡуйылған.Техник яҡтан самолеттың кабинаһы күсермәһе. Бында идара итеү системаһы менән яҡындан танышырға мөмкин.
«Осоусы» лабораторияларҙан тыш, университетта «Киләсәк моторҙары» әйҙәүсе инженерҙар мәктәбе» лә уңышлы эшләй. Шулай уҡ яңы коворкинг-үҙәктәр асылыуы ла студенттарҙы берләштереүсе, фәнгә ылыҡтырыусы көскә эйә.
Бакалавриат, магистратура һәм специалитет буйынса 150-нән ашыу йүнәлеш, ете йөҙгә яҡын мәғариф программаһы. Уҙған йылдың ноябрендә булдырылған яңы юғары уҡыу йортонда 47 меңдән ашыу студент белем ала. Был күрһәткес буйынса ул Рәсәйҙең тәүге биш университет исемлегендә. Шул уҡ ваҡытта донъя кимәлендә лә танылыу алыу маҡсаты ҡуйылған.
Гөлназ Хәйбуллина