Асыҡ һауала милли уйындар, ҡайнар сәй һәм файҙалы осрашыуҙар. Ҡырмыҫҡалы районында «Ҡышҡы уйындар» үтте. Сара «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған. Райондың Күлдәр ауылы район этабында еңеп, республика кимәленә сыҡҡан. Ошо уңайҙан ауыл халҡы күп милләтле республика халыҡтарының уйындарын асыҡ һауала үткәрергә ҡарар иткән. Ҡышҡы һабантуйға Архангел, Ғафури, Ауырғазы райондары вәкилдәре лә килде.
Милли уйындарҙың береһе көйәнтә менән уҙыш. Миҙгеленә ҡарап, биҙрәләргә ҡар тултырылған. Тәү ҡарашҡа еңел генә булһа ла, ярыш тиҙлекте һәм таһыллыҡты талап итә. Милли уйындар фестивалендә Күлдәр ауылы биш халыҡтың уйын майҙансығын ойошторған. Күрше районарҙан килгән ҡунаҡтар рус, башҡорт, татар, мордва, сыуаш милли уйындарында көс һынашты.
Халыҡтың яратҡан уйындарының береһе - арҡан тартышыуҙа хужаларға етеүселәр булманы. Быйыл Күлдәр ауылы халҡы республика кимәлендә иң айыҡ һәм төҙөк ауыл бәйгеһендә һынау тотасаҡ. Уҙған быуатта волость үҙәге булған ҙур башҡорт ауылдарының береһе бөгөн икенсе һулыш кисерә ти урындағылар.
Ҡышҡы һабантуйға «Айыҡ ауыл» бәйгеһенең республика этабында көс һынашасаҡ Архангел, Ғафури, Ауырғазы райондары еңеүселәре килгән. Программа сиктәрендә ауылды төҙөкләндереү, тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн бихисап эштәр башҡарылған.
Ҡырмыҫҡалыҡа ҡунаҡҡа килгән ауыл халҡы үҙҙәрендә лә ҡышҡы һабантуй үткәреү теләге менән таралышты. Милли аш-һыу, бала-саҡ уйындары, гармун моңдары менән үрелеп барған сара тәү сиратта халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлеге күрһәткесе тигән фекерҙә сарала ҡатнашыусылар.
Лилиә Мәҡсүтова