Республика агросәнәғәт комплексы предприятиелары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек башланы

«Башсельхозтехника» машина технологиялары компанияһы етештереү майҙандарында ауыл хужалығы техникалары капиталь ремонт һәм яңыртыу үтә. «Башсельхозтехника» 60 йылдан ашыу төбәк хужалыҡтарын юғары етештереүсәнле техника менән тәьмин итә. Бөгөн компания Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең эре техника етештереүселәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

Күп йылдар дауамында «Башсельхозтехника» Петербург трактор заводының рәсми дилеры булып тора. Яңы «Кировец» тракторын һатып алғанда предприятиеның Шишмә районындағы филиалында техниканы модернизациялау йәки ремонтлау өсөн 100 мең һумға сертификат бирелә.

Алина Шестакова, «Башсельхозтехника» компанияһы генерал директоры урынбаҫары

Тиҙҙән МТЗ маркалы ике яңы трактор республика аграрийҙары автопаркын тулыландырасаҡ. Улар «Башсельхозтехника»ның етештереү майҙансығында йыйыла. Тәжрибә күрһәтеүенсә, улар оҙаҡ хеҙмәт итә, ҡулланыусыларға тәҡдим ителгән субсидиялау программаһы иҫәбенә күпкә арзаныраҡ та...

Беҙҙең белгестәр-универсал, тракторҙарҙы йыя ла, обкатка ла үткәрә , һатыу алды әҙерлеге уҙғара һәм үҙҙәре үк хужалыҡтарға регламент буйынса техник хеҙмәтләндереүгә сыға.

Ҡадир Ғәфүрйәнов «Башсельхозтехника» компанияһының етештереү цехы етәксеһе

Капиталь ремонт һәм ауыл хужалығы машиналарын модернизациялау, йыһазландырыу менән предприятиеның Шишмә районы филиалында ла шөғөлләнәләр.

Эш 100 процентҡа көйләнгән. Хеҙмәтләндереүҙең бөтә төрҙәре лә беҙҙә сертификацияға эйә, персоналдар аттестация үткән.

Илмир Мансуров «Башсельхозтехника» компанияһы баш технологы

Техника, агрегаттарҙы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү өсөн барлыҡ ресурстар һәм мөмкинлектәр эшкә егелгән. Шул уҡ ваҡытта «Башсельхозтехника» предприятиеһына белгестәр һәр ваҡыт талап ителә.

Беҙ мотор цехындабыҙ. Бында Ватан етештереүселәренең бөтә модификация двигателдәрен капиталь ремонтлайбыҙ. Шулай уҡ коробканы ла йүнәтәбеҙ. Ремонттан һуң обкатка уҙғарабыҙ.

Рәлиф Хәсәнов «Башсельхозтехника» компанияһының мотор цехы етәксеһе

«Башсельхозтехника»ның пландары ҙур. Бөгөндән үк 15 марттан 24-нә тиклем предприятие майҙанында уҙасаҡ ауыл хужалығы техникаларының биш тармаҡлы күргәҙмәһенә әҙерлек тулы ҡеүәтенә бара.