Рәсәйҙә тәмәке көйрәтеүселәр өс тапҡырға кәмегән

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан шулай тип белдерәләр. Статистика мәғлүмәтенә ярашлы, 2009 йылда ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәмәке тартыу күрһәткесе 69 процент булған. Быйыл был һан 21 процент. Илдә халыҡ сәләмәтлеген нығытыуға бәйле сәйәсәт алып барыла. Тәмәке тартыуҙы кәметеү буйынса саралар яҡшы һөҙөмтә бирә, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.