Радий Хәбиров Йәрмәкәй районында СВО-ла һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре менән осрашты

Башҡортостан башлығы Йәрмәкәй районында махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре менән осрашты. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Александр Пургин, Иван Кукушкин һәм Сергей Прокофьевтың ата-әсәһенә илһөйәр рухлы ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Беҙ ҡаһарман улдарыбыҙ тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ, уларҙың ата-әсәләрен, ғаиләләрен, туғандарын иғтибар, хәстәр менән уратып алырға бурыслыбыҙ, тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан башлығы һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәләренә Республика кардиология диспансерында дауалау һәм реабилатиция курсы үтергә тәҡдим итте. Район башлығы Илшат Райманов Йәрмәкәй батырҙарының исемен мәңгеләштереү саралары ҡараласаҡ, йәш быуын уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләнәсәк тине. Ата-әсәләр үҙ сиратында даими хәстәр, йылы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт белдерҙе.

Республика башлығы Йәрмәкәйҙең Еңеү паркында ла булды. Был майҙанда төрлө тарихи-патриотик экспонаттар менән танышырға мөмкин. 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк ватан һуғышы ветерандары, яугир-интернационалистар һәм локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға, сик буйы, десант ғәскәрҙәренә арналған һәйкәлдәр, монументтар ҡуйылған. Һәр береһе төбәктең бай тарихы тураһында һөйләй. 2011 йылда паркта МиГ-21 самолеты ла урын алған. Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов әйтеүенсә, ерле халыҡ үткәндәрҙе оло ихтирам менән һаҡлай, йәш быуынға тапшыра.

Урындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла йылдан-йыл яңы экспонаттар менән байый. Бындағы биш залда ошо ерлектең данлы тарихын сағылдырған 2 меңгә яҡын материал менән танышырға мөмкин. Мәҫәлән, Сталинград һуғышына арналған экспозиция. 1943 йылда Йәрмәкәйҙә тыуған генерал Иван Ласкин Гитлер командованиеһы менән капитуляция тураһында һөйләшеү алып бара. Яҡташтары немец фельдмаршары Фридрих Паулюсты әсирлеккә алған батыр менән ғорурлығын йәшермәй.