Ирекмәндәр Республиканан махсус хәрби операцияға киткән ирекле батальондарға адреслы посылкалар йыя

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы Башҡортостандан махсус хәрби операцияға киткән ирекле батальондарға адреслы посылкалар йыя. Әлегә тиклем хәрбиҙәрҙең туғандары 170 тән ашыу посылка килтергән. Һуңынан ирекмәндәр уларҙы «Берҙәм логистика үҙәгенә» тапшырасаҡ.

Кирилл ирекмәнлек менән өсөнсө йыл рәттән шөғөлләнә. Кешеләргә ярҙам итеү, изгелек ҡылыу минең йәшәү рәүешем , ти ул. Былтыр сентябрҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының ирекмәндәр штабы барлыҡҡа килеү менән егет шундуҡ хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү эшенә ҡушыла. Сөнки Кирилдың үҙенең дә атаһы бәрелештәр зонаһанда хеҙмәт итә.

Атайым хәрби операцияла ҡатнашҡанда нисек түҙеп ултыраһың инде. Мин келәттә гуманитар ылау йыйыуҙа ла ҡатнашам. Шулай уҡ махсус операцияла булған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә лә ярҙам итәм. Ирекмәнлек эшендә иң мөһиме ихлас һәм изгелекле булыу. Мин кешегә ярҙам итеп ҡәнәғәтлек алам.

Кирилл Сюлюкин, Ирекмән

Шайморатов ирекмәндәре халыҡҡа социаль, психолок һәм көнкүрештәге ярҙам да күрһәтә. Хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре йыш ҡына үҙәре лә мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән һуңғы бер аҙнала ғына ирекмәндәр 95 мөрәжәғәт ҡабул иткән . Шуларҙың береһе Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яугирҙан килгән. Ул ғаиләһенә күсенергә ярҙам итеүҙәрен һораған.

Мине әле яраланғас ялға ҡайтарҙылар. Хәрби операцияһы зонаһында булғанда бер нисә тапҡыр ирекмәндәргә мөрәжәғәт иттем. Әсәйемә утын килтерҙеләр. Ҡатыныма күсенергә һәм кер йыйыу машинаһын урынлаштырырға ярҙам иттеләр. Ҙур рәхмәт уларға, шәп егеттәр һәм ҡыҙҙар.

Руслан

Башҡортостанда ирекмәнлек хәрәкәте ҡеүәтле. Һәр битараф булмаған кеше ниндәй ҙә булһам ярҙам күрәһәтә. Ҡатын-ҡыҙҙар мәҫәлән хәрби техниканы йәшереү өсөн селтәрҙәр әҙерләй. Бер ай эсендә генә улар 60 япма үреп ебәргән.

Беҙҙе Еңеүгә бергә өлгәшеү теләге берләштерә. Теләгән һәр кеше килеп дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә ала. Әйберҙәрҙе гуманитар ылау менән оҙатабыҙ. Ҡайһы саҡта ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр үҙҙәре лә килеп ала.

Инна Колиниченко, Ирекмән

Мобилизацияға алыныусылар һәм ирекле батальондар өсөн гуманитар ярҙам туплауға ла һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Күстәнәстәрҙе урандағы Берҙәм Рәсәй « партияһы бүлексәләренә урынлашҡан Шайморатов ирекмәндәре штабына тапшырырға мөмкин.