Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ит ярымфабрикаттары әҙерләнде

Алғы һыҙыҡҡа ҡаҙы. Баймаҡ районы Түбә ауылы шәхси эшҡыуары ярҙамы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир -егеттәргә ит ярымфабрикаттары әҙерләнде. Тулыраҡ,киләһе яҙмала.

Быҡтырыған ит. Ҡаҙы. Изге теләктәр менән әҙерләнгән ит ярымфабрикаттары яу яланындағыларға тыуған йорт йылыһы булып етһен, тигән теләк менән Түбә ауылында йәшәүсе Ҡыуат һәм Гөлназ Боҫҡоновтар бер баш йылҡыһын тотона.

Даими рәүештә райондан оҙатылған гуманитар ылау аша түбәләр һалдаттарға күстәнәстәр һәм кәрәк-яраҡтар ебәреп тора. Был юлы ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан өй шарттарында 74 банка сифатлы продукция һәм ҡаҙы әҙерләнде.

Түбә ауыл биләмәһе «Йөрәк йылыһы» акцияһында ла ҡатнашып,яуҙағыларға бейәләй һәм ойоҡбаштар бәйләй, шулай уҡ урындағы халыҡ менән өс көн дауамында маскировка сеткаһы үрә. Бынан тыш,өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәрҙең ғаиләләре лә иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай, уларға һәр яҡлап ярҙам итергә тырышалар.

Альбина Байегетова