Яңы медицина учреждениеһындағы шарттар менән төбәккә эш сәфәре барышында Республика башлығы ла ҡатнашты. Заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты медицинаның тәүге звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 3 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән.
Ауылда 40 йылдан ашыу фельдшер булып эшләгән Әлфиә Байкова әйтеүенсә, элекке бина тау башында урынлашҡан, уңайлы шарттар булмаған. Семен-Макарҙа 200-ләп кеше йәшәй, өлкән быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа байтаҡ. Яңы объектта уларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеп буласаҡ, ти ул. Радий Хәбиров дарыуҙар тәьминәте, шарттар менән ҡыҙыҡһынды, уңышлы эшмәкәрлек теләне.