Майҙандарҙың төп биҙәге - шыршы, боҙ һындары, яңы йыл иллюминацияһы алына.Быйыл байрамға баш ҡалала 10 майҙанында боҙҡаласыҡтар төҙөлгән. Ҡашҡаҙан паркында, Моторҙар төҙөү мәҙәниәт һарайы алдындағы ҡаласыҡтар ошо арала һүтелгән. Әле Спорт һарайы алдындағы майҙанда демонтаж эштәре бара. Һауа торошо тотороҡһоҙ булыу сәбәпле, ҡала хакимиәте бәхетһеҙ осраҡтарҙы кисектереү маҡсатында боҙҡаласыҡтарҙы һүтергә ҡарар иткән.