М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры Нәжип Асанбаевтың Ҡыҙыл паша пьесаһы буйныса яңы постановканы тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Яңы премьера хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Сәғүд Ғәрәбстанында, яҡын көнсығыш илдәрендә эшләгән билдәле совет дипломаты Кәрим Хәкимов эшмәкәрлеген, тормошон,яҙмышын сағылдырған спектаклдең яңы варианты ҡыҙыҡлы факттарға таянып сәхнәләштерелгән.Яңы постановкала шәхестең доньяға ҡарашы формалашҡан балалыҡ йылдары ла сағылыш тапҡан. Спектакль Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса ҡайтарылған исемдәр проекты сиктәрендә сәхнәләштерелде. Ҡуйыусы режиссер Айрат Абушахманов командаһының яңы ижади эшенә ҡарата тамашасы фекере.
Дипломат образын сәхнәлә йәш, һәләтле актер Азат Вәлитов һынландыра.Илселәр ғәҙәттә хис-тойғоларын тышҡа сығарып бармай, бикләп тотоусан. Ҙур сәхнәлә хис-тойғоларҙы еткереү өсөн айырым оҫталыҡ кәрәк. Төп ролде башҡарыусы актерҙар Кәрим Хәкимовтың эшмәкәрлеген, яҙмыш боролоштарын ентекле өйрәнә. Был йәһәттән тәүге Ҡыҙыл паша ролен башҡарыусы Әхтәм Абушахмановтың яңы ҡуйылышҡа ҡарашы.
Спектаклдең иң тәүге премьераһы 2022 йылдың 16 декабрендә үтте. Халыҡ араһынан сыҡҡан күренкле башҡорт дипломатының кендек ҡаны тамған Бишбүләк ерендәге был тамаша- күренекле шәхесебеҙгә оло ихтирам һәм хөрмәт билдәһе. Яңы премьера Башҡортостандың алдынғы театры сәхнәһендә ҡуйылыуы театр коллективының ҙур уңышы, ти Кәрим Хәкимовтың туғаны.
«Ҡыҙыл паша» премьераһының тетрәндергес мезансценалары тамашасы күҙҙҙәрен дымланырға мәжбүр итте. Заман күҙлегенән сәхнәләштергән тамаша күренекле башҡорт илсеһенең образын тағы ласағыуыраҡ аса, йәштәргә һәм киләсәк быуындарға тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, тигән ҡарашта Кәрим Хәкимовтың биографияһын төплө өйрәнеүсе Шамил Вәлиев.
40 йылдан һуң Ҡыҙыл паша яңынан сәхнәгә ҡайтарылды. Тәүге премьераһы 2022 йылдың 16 декабрендә бөтә доньяға билдәлелек һәм абруй ҡаҙанған илсе Кәрим Хәкимовтың тыуған ерендә уйналыуы оло мәртәбә.Нәжип Асанбаев спектакленә нигеҙләнгән яңы ҡуйылыш легендар яҡташыбыҙ эшмәкәрлеге һәм тормошонан ҡыҙыҡлы факттар менән байытылған һәм тетрәндергес яҙмышлы шәхестең яҡты исемен илебеҙгә ҡайтарырға булышлыҡ итә.
Гүзәл Борханова