Эшкә, төҙөлөшкә барам тип китә Фәнис. Былтыр июндә тәүге тапҡыр үҙ ирке менән мхсус хәрби операцияға юлланғанда әсәһенә дөрөҫөн әйтергә ҡыймай. Шылтыратып һөйләшкәдә лә белдермәҫкә тырыша.
Әсә йөрәге һиҙмәй буламы һуң.. 150 -се дивизия, «Барыҫ-17» ирекле батальонының өсөнсө ротаһы составындағы һалдат улы менән көн һайын мобиль элемтә аша хәбәрләшеп торалар. Август аҙағында бер-нисә көнгә бәйләнеш юғала.
Ул ваҡытта Фәнис дошман яғына разведкаға ебәрелгән була. Ете украин һалдатына бер үҙе ҡаршы тора. Уларҙың икәүһен юҡ итә, береһен ҡулға ала. Ҡалғандары ҡасышып бөтә. Фәнис күп уйлап тормай «телде» Украина армияһы бронетранспортерына һалып хеҙмәттәштәре янына сыға.
Тәтешле районы Яңы Ҡайпан ауылында тыуып үҫән егетте ошо батырлығы бөтә донъяға танытты. Социаль селтәрҙә бронетранспортер менән уның фотоһы йәшен тиҙлегендә таралды. Разведчик - снайперҙы Мостай Кәримдең Үлмәҫбайы менән тиңләнеләр. Беҙҙең герой, ҡыйыулыҡ өлөгөһө...
Күп тә үтмәй яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән урынды Украиндар Американың Хаймарстары менән утҡа тота. Бомбалар аҫтында уның яҡташы 57 йәшлек Азат Мөхдуллин да ҡала һәм контузия ала. Уның ғүмерен дә Фәнис ҡотҡарып ҡала.
Фәнис бәрелештәр ваҡытында үҙе лә контузиялана. Яраланған генерал- майорҙы хәрби госпиталгә илтә. Командир Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙына улы видеобәйләнеш менән шылтыратып һөйләшкәндә, рәхмәт белдергән.
Ун һигеҙенсе сентябрҙә герой тыуған яғына ҡайта, уны декабрь урталарына тиклем дауаланып реабилитация үтергә ебәрәләр. Бары ун көн яҡындары, яҡташтары менән була.
Илдә иғлан ителгән мобилизация менән Фәнис Әҙип улы тағы махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. Сәләмәтлеген нығытырға кәрәклеге, яҡындарының алып ҡалырға теләүе лә кәртә булмай.
Ҡайтты..Тик.. табутта ҡайтты шул Фәнис..
Декабрь урталарында әсәһенә «Ул дөмөктө» тигән хәбәрҙәр килә башлай. Улығыҙҙың кәүҙәһе тип башҡа һалдаттыҡын видеояҙма менән ебәрәләр, билдәһеҙ кешеләр шылтыратып та йөрәгенә яра һала. Әсә «Бер айҙан һуң бәйләнешкә сығырбыҙ» тигән улынан ҡош телендәй генә сәләм көтә. Йыуанысы - Фәнистең өс йәшлек ҡыҙы Әминә менән ғәзизкәйе ебәргән йырҙы көнөнә нисә тапҡыр тыңлайҙарҙыр...
Декабрҙә яугирҙың үлеме тураһында мәғлүмәт социаль селтәрҙә тиҙ таралып өлгөрҙө. Әммә уға халыҡ ышанманы һәм ҡотосҡос хәбәрҙең бары тик «фейк» булыуын теләне. Сөнки һәр кем шундай ҡыйыу йөрәкле егеттең тик еңеү менән әйләнеп ҡайтырын көттө. Әсәһе әйтеүенсә, батыр яҡташыбыҙҙың ғүмере 16 декабрҙә өҙөлгән.Ҡара хәбәрҙең дөрөҫлөгөн бергә хеҙмәт иткән яҡташтары шылтыратып әйткән.
Табын ырыуы батырын һуңғы юлға оҙатырға Тәтешле районы һәм республиканан ғына түгел, сит төбәктәрҙән йөҙҙәрсә кеше килде. 24 йәшендә ҡаһарманлығы менән бөтә илгә танылыу алған Фәнис Хөсәйеновтың исемен Радий Хәбиров мәңгеләштерергә ҡушты, әсәһе Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙына генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Дыуамал, әммә ауырлыҡтарға бирешмәй һәр ваҡыт йылмайып торған ихлас Фәнис социаль селтәрҙәр аша һәр кемгә үҙ яҡыны булып өлгөргәйне. Үҙен түгел, башҡаларҙы ҡайғыртты, хәстәрлекле булды тиҙәр, уны белгәндәр.
Тәтешле илдә билдәле байтаҡ билдәле шәхестәр үҫтергән төбәк. Ә Яңы Ҡайпандан Салауат Юлаев менән иңгә иң терәшеп һуғышҡан полковник Аладин Биҡтуғанов сыҡҡан.
Ватаны өсөн үҙен аямаған Хөсәйенов йәп-йәш кенә көйө ер ҡуйынына инеп ятты. Табын ырыуының утты-һыуҙы кискән аҫыл башҡорто Фәнис Әҙип улы Яңы Ҡайпан ауылы зыяратында ерләнде.
Яңы Ҡайпанда Фәнис олатаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә лә үҫкән. Әсәһе менән Премь крайына күскәс, бишенсе кластан Барҙа ауылы мәктәбендә белем алған.
Төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы техникумында тракторист- машинист һөнәренә уҡыған. Армияла кесе сержант «Төньяҡ Кавказда хеҙмәт өсөн» миҙалы һәм «Кавказдағы хеҙмәт өсөн» күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән. Һалдаттың кейемдәре тыуған мәктәбе Яңы ҡайпан мәктәбендә һаҡлана. Бында ул дүртенсе синыфҡа тиклем белем алған.
Фәнис Хөсәйенов башланғыс класта уҡыған бүлмәлә музей буласаҡ. Уның ултырған партаһы хәҙер герой партаһы...
Шкафта класс журналдары һаҡлана.
Күптән күрмәгән атаһын һағынған Әминәнең уның фотоһүрәттәре менән тулған бүлмәлә кәйефе күтәрелде. Ә рамкалы фотоһүрәтен ҡосаҡлап бер кемгә лә биргеһе килмәне...
Тыуған ауылы клубын һәм юлдарҙы төҙөкләндерергә тигән изге уйы булған. Әсәһенә тыуған йортона ремонт яһауын һораған. Яңы йылда ҡайтып туй яһарға, икенсе тапҡыр өйләнергә хыялланып киткән яугир...
Халыҡ геройының исемен мәңгеләштереү буйынса Яңы ҡайпан мәктәбендә таҡтаташ асыласаҡ.
Ә герой исемен рәсми биреү өсөн төбәк халҡы 3 меңдән ашыу ҡултамға йыйып Рәсәй оборона министрлығына ебәргән.
Әсә менән улдың һуңғы күрешеүе былтыр ноябрь аҙағында, Әсәләр көнөндә була. Яугир көтмәгәндә ҡайтып сюрприз яһаған, гөлләмә бүләк иткән. Бер- бер хәл булһа кәүҙәһен һуңғы тапҡыр тыуған йортонда ҡундырыуҙы үтенгән...