Был республиканан алыҫ юлға сыҡҡан 18-се колонна һәм ул иң ҙурҙарҙың береһе, 4 тиҫтәнән ашыу машинанан тора. Башҡортостан халҡы аллғы һыҙыҡтағыларға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә актив ҡатнаша. Был юлы ылау 17 муниципаль берәмектә тупланған.
13 хакимиәт башлығы йөктө үҙҙәре оҙатып бара. Улар үҙҙәренең яҡтагш егеттәре менән осрашып, хәлдәрен белешеп, ярҙамды шәхсән тапшырып ҡайтырға ниәтләй. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов әйтеүенсә, гуманитар йөк алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙән тупланған. Ылауҙа аҙыҡ-түлек тә, кейем-һалым да, техника ла, башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа бар.