Ауыл хужалығы министрлығында кадрҙарға ярҙам программаһы буйынса конкурс уҙғарылды. Уға ярашлы 100 белгес һайлап алынды. Уларҙың һәр береһенә быйыл 750 мең һум бирелә. Бының өсөн бюджетта 86 миллион һум ҡаралған. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, тармаҡҡа белгестәрҙе йәлеп итеү дауам итә, был программа һөҙөмтәле тип табылды.