Республикала махсус мобиль бригадалар булдырылған. Был турала социаль селтәрҙә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова яҙа. Бөгөнгә ошондай ысул менән 1 мең 455 ауылда 8 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелгән. 300 кешегә өйҙәрендә медицина ярҙамы күрһәтелгән. - Өлкәндәрҙе дауаханаға табип саҡырыуы буйынса мобиль бригадалар алып килә. Исемлекте медицина ойошмаһында төҙөйҙәр, - ти Ленара Иванова. Статистика буйынса Башҡортостан ауылдарында 65 йәштән өлкән 240 меңдән ашыу кеше йәшәй.