Баҡалы районы Ахман ауылында карантин индерелде

Радий  Хәбировтың шундай Указы бар. Ауылда ҡотороу сире асыҡланған. Ветеринария хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, карантин ваҡытында мал-тыуар индереү, сығарыу тыйыла. Йәрминкә-күргәҙмәләр уҙғарырға ярамай. Карантин айырым указ менән ғәмәлдән сығарыла.