Башҡортостанда урман хужалығы өсөн 53 миллион һумлыҡ техника алына

"Экология" милли проекты буйынса шундай сумма ҡаралған. Әле республика урман янғындарын  һүндереү өсөн тәғәйенләнгән техника менән 90 процентҡа тәьмин ителгән, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Уҙған йылда Башҡортостанда 318 гектар урман биләмәһе янды.