Башҡортостан Башлығы ВУЗ-ара студенттар кампусы төҙөлөшөн контролдә тотоу буйынса төркөм булдырҙы

Уны Радий Хәбиров үҙе етәкләй, урынбаҫарҙар  итеп премьер-министр Андрей Назаров һәм Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тәғәйенләнде. Эшсе төркөмгә кампус булдырыу мәсьәләләре буйынса төбәк штабы ағзалары, концессионер – “Кампус”  компанияһы һәм проектлаусы вәкилдәре инде.