Йомағужа, Нөгөш, Павловка һыуһаҡлағыстары, Еҙем, Инйәр, Йүрүҙән, Мәнәүез, Оло Эйек, Танып йылғаларында өҫтәмә мониторинг ойошторола. Яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса оператив штаб булдырылған. “Көндәр йылытыу менән боҙҙо шартлатыу, ҡарайтыу һәм ҡырҡыу эштәре башҡарыла”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусыһы Альфред Шәрәфетдинов.