Дүртөйлө ҡалаһында халыҡ шағиры исемендәге шиғри фестиваль-конкурс ойошторолдо, шулай уҡ район премияһы тапшырылды. Назар Нәжми 1918 йылдың 5 февралендә Дүртөйлө районы Миңеште ауылында донъяға килә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, күп шиғырҙар һәм поэмалар, пьесалар авторы. Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Риф Ямалетдинов әйтеүенсә, халыҡ шағирының исемен мәңгеләштәреү буйынса ҙур эштәр башҡарыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт