Радий Хәбиров социаль селтәрҙә йүнселдәрҙең белемен камиллаштырыу саралары тураһында яҙып сыҡты

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт яраҙмы саралары араһында , уҡытыу айырым урын алып тора. Бигерәк тә, әлеге кеүек үҙгәреүсән заманда был бик мөһим. 1 март Башҡортолстандың экспортҡа ярҙам күрһәтеү үҙәгендә «Экспорт форсажы» 8-се тармаҡ-ара уҡытыу ойошторола. Уның маҡсаты беҙҙең эшҡыуарҙарға тышҡы баҙарҙарҙа эш итергә , илде һайларға, логистика һәм сығымдарҙы күҙалларға өйрәтеү. 2019 йылдан ошондай 7 уҡытыу ойошторолған. Улар нефть, газ, урман эшкәртеү сәнәғәттәре, ауыл хужалығы тармағы предприятиелары өсөн махсуслашты.

Акселерация программаларын 137 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты үткән. Уҡыу түләүһеҙ. Төп шарт бәләәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты баҙарҙа кәмендә 3 йыл эшләргә, бер йыл эсендә 50 миллион самаһы табыш алырға һәм экспортҡа тауар сығарырға әҙер булырға тейеш тип яҙған Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.